Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2019, 12:00

Уяулыҡ кәрәк

Уяулыҡ кәрәк

Нуриман районында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 58 йәшлек Байгилде ауылы кешеһенең ҡыуып алып кителгән еңел автомобиле табылған.
Оператив эштәр һөҙөмтәһендә машинаны урлаусының шәхесе асыҡланды. Ул - республика колледждарының береһендә белем алыусы 17 йәшлек студент. Машина хужаһының вайымһыҙлығы арҡаһында, гараж ишектәре бикләнмәгән, ә автомобиль асҡысы салонда ҡалған була. Спиртлы эсемлек менән күңел күтәреп алған егет машинаға ултырып сығып китә, техникаға зыян килтерә. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Транспорт хужаларына бер ваҡытта ла уяулыҡты юғалтырға ярамай.
Читайте нас: