Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 17:00

Ағастарҙы ҡотҡар!

Рәсәйҙә “Макулатура тапшыр һәм ағастарҙы ҡотҡар” Эко - марафоны бара

Акцияның маҡсаты – ағастарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡабаттан файҙаланыу өсөн эшкәртеүгә тапшырыу системаһын көйгә һалыу.
Райондың Ҡыҙыл Шишмә дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары марафон сиктәрендә бер тоннанан ашыу макулатура йыйып тапшырҙы. Айырыуса 6А (класс етәксеһе – Турышева Юлия Алексеевна) һәм 5А ( класс етәксеһе – Луцкая Лариса Алексеевна) класс уҡыусылары ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Читайте нас: