Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 16:00

Бөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы

Иглиндәге 4-се һанлы мәктәптә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса түңәрәк өҫтәл үтте

Район үҙәгендәге 4-се һанлы мәктәптә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. 5-9 класс уҡыусылары алдында район эске эштәр бүлегенең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе, ЮХХДИ, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Улар балаларға үҙҙәренең эшсәнлеге, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә килеп тыуған ҡатмарлыҡтар тураһында һөйләне.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар сығыштарҙы иғтибар менән тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, видеороликтар ҡараны.
Бындай саралар балаларға дөрөҫ һөнәр һайларға ярҙам итә, ти ойоштороусылар.
Читайте нас: