Халыҡ традицияларына таянып ойошторолған ошондай сараны Яңы Күл ауылынан Ирина һәм Марат Арыҫлановтар ҙа үткәрҙе.
Өмәгә хужаның күрше - тирәһе, яҡындары йыйылды. Күмәкләп башҡарған эш күңелле йыр, бейеү тамашалары менән алмашынды. Өмәлә балалар ҙа ҡатнашты. Хужаларҙың ҡаҙҙары икенсе йылға ла күп булһын өсөн улар халыҡ йолаларын башҡарҙы. Өмәселәр ауыл уртаһындағы күлдең таҙа һыуында ҡаҙ түшкәләрен сайҡатты. Бында ла йыр - бейеү, уйын - көлкө дауам итте.
Ғәҙәттәгесә, өмәнән һуң мул табын әҙерләнде. Хужаларҙың алдағы тормошта ла бәрәкәтле, иманлы, мул тормош көтөүҙәренә теләктәр күп булды табында.