Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 11:15

Тыуған мәктәпкә – ҡырҡ биш йылдан һуң

Ҡарамалы урта мәктәбендә уҡыу йортон 1974 йылда тамамлаған сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу булды

Карамалы урта мәктәбендә сығарылыш уҡыусылары менән осрашыуҙар матур бер йолаға әйләнде. Нисә йыл үтһә лә синыфташтар бер-береһен яҡын күреп, һағынып осраша. Уларҙың һәр береһенең күңеленә ғәзиз, бай тарихлы мәктәп белем биргән, хыялдарына ҡанат ҡуйған. Ошо изге хистәр яҡынайта уларҙы.
Күптән түгел уҡыу йортон 1974 йылда тамамлаған сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу булды. Инде олоғайған “уҡыусылар” коридор, класс кабинеттары буйлап йөрөнө, кем менән ниндәй парта артында ултырыуҙарын иҫкә төшөрҙө, уҡыу йылдарындағы хәтирәләре менән бүлеште.
Мәктәп колллективы ҡунаҡтар өсөн белем усағының әлеге тормошо, уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары тураһында презентация күрһәтте.
Уҡыусылар тыуған мәктәптәрен онотмай, йыш ҡына осрашыуҙарға киләләр, - ти мәктәп етәкселеге. – Һәр береһе ниндәй ҙә булһа осрашыу иҫтәлеге ҡалдыра. 1974 йылда мәктәпте тамамлаусылар уҡыу йортона музыкаль үҙәк бүләк итте.
Осрашыу күҙ асып йомғансы үтеп китте. Байтаҡ йылдар буйына осраталмаған дуҫтарын күреп, рәхәтләнеп һөйләшеп, күңелле йәшлек саҡтарын иҫкә төшөрөп ултырҙы синыфташтар.
Саранан алған йылы тәьҫораттар һәр кемдең күелен оҙаҡ йылдар йылытып, яңы осрашыуҙарға саҡырып торор.
Читайте нас: