Камиллыҡҡа ынтылыу - кеше тәбиғәтенә хас күренеш. Тик был маҡсатҡа ирешеү өсөн бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләргә, кире сифаттарыңды бөтөрөү өсөн көрәшергә кәрәк.
8 ноябрҙә Яңы Субай ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә үҙенең йыйынын үткәрҙе.
Субайҙар, милли традицияларға таянып, йыйын ҡунаҡтарына сағыу тамаша әҙерләгәйне. Кескәйҙәр заманса үҙгәртеп “Бүре һәм кәзә бәрәстәре” спектаклен күрһәтте. Мәктәптә волейбол ярыштары ойошторолдо. Ауыл халҡы өсөн социаль педагог тарафынан “Рәсәй балалары - 2019” исемле лекция уҡылды. Психолог “Ғаилә ҡиммәттәре” тип аталған тренинг үткәрҙе. “Милли аш – милли йөҙ” исемле күргәҙмәлә башҡорт һәм татар милли аштарының үҙенсәлектәре хаҡында фекер алышыу булды. Урындағы мәсеттә имам - хатип тарафынан ойошторолған әңғәмә милләтебеҙ өсөн эскеселектең бөтөнләй ят күренеш икәнлегенә йүнәлтелгәйне.
Йыйын барышында ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләр Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләп үтелде.
Йыйынды ойоштороусылар ауылдаштарын спорт менән даими шөғөлләнергә, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә, китапхана, мәҙәниәт усаҡтарының эшмәкәрлегендә ҡатнашырға саҡырҙы. Бындай аҙымдар замана сиренән ҡотолорға ярҙам итер, тип ышанғы килә.