Һулар һауаларыбыҙҙың, эсәр һыуҙарыбыҙҙың, ашар аҙыҡтарыбыҙҙың сифаты үҙебеҙҙең эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе түгелме? Киләсәк быуындар өсөн беҙ нимә ҡалдырабыҙ? Замандаштарыбыҙ бөгөнгө көн менән генә йәшәргә күнеккәнме? Ошо һорауҙар күптәребеҙҙе борсоуға һала.
Нуриман районы мәктәптәрендә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 5 – 8 ноябрҙә тәбиғәтте һаҡлауға арналған экологик дәрестәр һәм кластан тыш саралар үтте.
Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбендә үткәрелгән экологик дәрестә илленән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны идаралығы белгесе Айгөл Ғәлләмова үткәргән был дәрестә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына бәйле мәсьәләләр күтәрелде. Тәбиғәтебеҙҙең экологик хәлен яҡшыртыуҙың төп йүнәлеше – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырып йыйыу. Пластик һауыттар, макулатура һәм башҡа сүп - сарҙы икенсегә эшкәртеүгә ебәреү – заман талабы.
Бындай эшмәкәрлек сүп – сар күләмен кәметеүгә, тәбиғәт ресурстарын һаҡлап ҡалыуға килтерәсәк.