“Баш һау булһа, мал табылыр...”- тигән боронғолар. Ысынлап та, ауыл кешеһенең тормошон физик көс талап иткән эштәрһеҙ күҙаллауы ҡыйын. Тимәк, көсөң бар икән, малың да бар, мул тормошта ла йәшәйһең. Тик уңғанлыҡ һәм һаулыҡ кәрәк.
Район үҙәгенән ситтә көн иткән халыҡ һаулығын хәстәрләү маҡсаты менән Нуриман үҙәк дауахана мобиль пунктының ауылдарға сығып хеҙмәтләндереү эше планлы рәүештә алып барыла.
12 ноябрҙә Яңы Бүрес ауылында табиптар 26 кешене ҡабул итте. Улар араһынан 17 кеше грипҡа ҡаршы вакцинация яһатты, 21-е сираттағы диспансеризация үтте. Врач - терапевтҡа 5 ауырыу мөрәжәғәт итте.
“Һаулыҡ һаҡлау ” милли проекты тормошҡа ашырыла.