Йәйғор
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 17:00

Һеҙ нимәнән нығыраҡ ҡурҡаһығыҙ?

Һеҙ нимәнән нығыраҡ ҡурҡаһығыҙ?

Мин, мәҫәлән, кеше үлтереүселәр, йәберләүселәр, бурҙар күбәйеүенән.
Ә бына бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) һорашыуҙар үткәргән дә шундай һығымтаға килгән: халыҡты иң борсоғаны социаль ғәҙелһеҙлек (яуаптарҙың 68 %) һәм килемдең түбәнәйеүе (63 %) икән.
Тағы ла 58 % бушлай медицинаның бөтөп барыуы һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы ҡурҡыта.
Бөтә алынған яуаптың 39 проценты кешеләрҙең ил эсендәге тәртипһеҙлектән, власҡа ҡаршы протестан ҡурҡыуы хаҡында.
Енәйәттең күбәйеүе, эште юғалтыуға улай уҡ борсолмайҙар кеүек (респонденттарҙың 36, 35 %, хәүефләндерә, тип яуаплаған).
Рәсәй халҡы халыҡ-ара конфликт сығыуҙан ҡурҡмай тиерлек. Һорашыуҙа ҡатнашыусыларҙың ни бары 20 % ғына, ҡурҡыта, тигән.
Читайте нас: