Йәйғор
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 11:10

Кәнфит ҡағыҙынан - сағыу костюм

Оҫта ҡулынан тыуған матурлыҡ

Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда республика кимәлендәге "Гөлистан" халыҡ кейеме фестиваль - конкурсына 250 - нән ашыу кеше йыйылды.
Башҡортостандың 18 ҡала - районынан, Силәбе өлкәһенән килгән оҫта ҡулдар араһында Благовещендың техник ижад йортоноң "Орленок" үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре бар ине. Улар талапсан жюри, иғтибарлы тамашасы хөкөмөнә " Благо" экологик модалы костюм коллекцияһын тәҡдим итте.Төрлө кәнфит ҡағыҙынан, төрлө сағыу төҫтәрҙә тегелгән матур күлдәк кейгән ҡыҙҙар төрлө хәрәкәттәр аша уларҙы һүрәтләй алды.
"Орленок" етәкселегенең, тәрбиәләнеүселәренең был ҡул эше башҡа төрлө костюмдар менән бер рәттән диплом, иҫтәлекле бүләк менән тәбрикләнде.
Читайте нас: