Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 18:55

Рухландырыу сараһы

​“Талир тәңкә” исемле этнографик костюмдар номинацияһында Нуриман районы Яңы Күл ауылының “Гөлнәзирә” башҡорт фольклор ансамбле “Халыҡ традицияларын һаҡлап ҡалған өсөн” дипломы менән бүләкләнде

Кешегә тән сәләмәтлеге генә етмәй, йән сәләмәтлеге лә кәрәк. Был бурысты халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте үтәй.
Ғөрөф - ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, традицияларҙы һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек оло хуплауға лайыҡ.
​Төрлө милли кейемдәрҙең “Гөлостан” фестиваль – конкурсында республиканың райондарынан, ҡалаларынан һәм Силәбе өлкәһенән фольклор коллективтар ҡатнашты.​
​“Талир тәңкә” исемле этнографик костюмдар номинацияһында Нуриман районы Яңы Күл ауылының “Гөлнәзирә” башҡорт фольклор ансамбле “Халыҡ традицияларын һаҡлап ҡалған өсөн” дипломы менән бүләкләнде.
​Мари милли кейемдәрен пропагандалауға ҙур өлөш индергән Кәлимуллина Ямига Сабанаевна (туҡыу әйберҙәре), Яшкузина Лидия Сабанаевна ( сабата үреү), Матюшина Людмила Сабанаевна (күлдәктәр һәм мари биҙәктәре менән сигелгән әйберҙәр) кеүек халыҡ оҫталарының эштәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Читайте нас: