Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 11:30

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

Бушлай уҡыйҙар

Благовещен ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжы "Рәсәй пенсионерҙары Союзы", "Берҙәм Рәсәй" партияһының региональ һәм урындағы бүлексәһе менән берлектә пенсионерҙар, инвалидтар, пенсия йәшенә етеп килгән өлкәндәр өсөн уҡыуҙар уҙғара.
"Компьютер белеме нигеҙҙәре" курсы 24 дәрескә иҫәпләнгән. Федераль сығымдарҙан үҙәкләштереп бүленгән аҡсаға ойошторолған курстарҙа пенсионерҙар бушлай шөғөлләнә. Беренсе төркөмдө тамамлаған 15 кеше уҡыу тураһында таныҡлыҡ алған да инде.
- Әлеге алға киткән заман менән бергә атлап, компьютерҙа эшләп өйрәнеү кәрәклеген аңлап, беҙ ҙә уҡырға килдек. Уҡыу программаһына керетелгән барса дәрестәрҙе еңел генә үттек. Уларҙы тиҙ генә үҙләштерергә колледж уҡытыусылары күп көс һалды, - тип һөйләне мәғариф ветераны Ғәйнислам Вәлиев.
Уҡыуҙың кәрәкле һәм мөһим булыуын, дәүләттең оло йәштәгеләргә иғтибарын аңлаған өлкәндәр әлеге ваҡытта курстарҙың икенсе төркөмөнә яҙыла.
Читайте нас: