Йәйғор
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 15:00

Благовещен ерендә - Архангелдәр

Мари һәм латыштар осрашты

Архангел районының М.Горький мәктәбендә 2005 йылда ойошторолған "Атбалсс" өлгөлө латыш балалар ансамблендә үҫмер малай - ҡыҙҙар теләп шөғөлләнә.Мәктәптең латыш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илона Савераса етәксеһе булған был ансамбль ағзалары Благовещендың күп профилле һөнәри колледжы студенттары менән осрашты.Туған телдәр майҙансығына йыйылған латыш телен белгән уҡыусылар менән мари милләтле студенттар йыр - бейеү, милли уйындар аша уларҙың һәр береһе үҙ туған теленә, моңона битараф түгеллеген күрһәтте.Ә ҡала Мәҙәниәт һарайында уҙған ике милләт вәкилдәренең осрашыуы ла бик шәп, бер тында уҙҙы. "Онгырйук" мари фольклор ансамбле "Атбалсс"ты ихлас ҡаршы алды. Йыраҡтан килгән ҡәҙерле ҡунаҡ хөрмәтенә моңло йырын, дәртле бейеүен дә башҡарҙы улар. Ҡунаҡтар ҙа йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, латыш халҡының һәләтле икәнен үҙ моңо, бейеүе, милли уйыны аша күрһәтте.Барыһын да дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек, милли рух берләштергән был осрашыу күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: