Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 14:00

Урыҫ халыҡ йолаларын һаҡлаусы «Хусточка»

Охлебинин үҙешмәкәр артистары “Гөлостан” республика фестиваль-конкурсында юғары баһа алды

Охлебинин мәҙәниәт йортонда эшләп килгән урыҫ халыҡ фольклор ансамбле «Хусточка» милли кейемдәр “Талир тәңкә” номинацияһында лауреат исеменә лайыҡ булды.
Конкурста республика райондарынан, ҡалаларынан һәм Силәбе өлкәһенән фольклор коллективтар ҡатнашты. Бәйгелә төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре күрһәтелде. Охлебининдар “Көҙ” йолаһын сәхнәләштерҙе.
Жюри ағҙалары «Хусточка» урыҫ фольклор ансамбленең сығышын юғары баһаланы һәм “Юғары оҫталыҡ, милли кейемдәрҙе һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн” дипломы менән бүләкләне.
Читайте нас: