Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 17:20

Юл-транспорт фажиғаһында йәш үҫмерҙең ғүмере өҙөлә

14 ноябрҙә Иглин районы Алатыр - Охлебинин юлының 5-се километрында үҫмер ҡыҙҙар автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡала

ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, киске сәғәт һигеҙенселәрҙә Яңы Березовка- Алатыр йүнәлешендә «Шевроле Нива» автомобиле менән идара итеүсе ир ике үҫмер ҡыҙҙы таптай.
Бәрелеш һөҙөмтәһендә 13 йәшлек үҫмер ғүмере менән һыйышмай торған тән йәрәхәттәре ала. Ул фажиға урынында йән бирә. Икенсе зарар күреүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.
Читайте нас: