Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 11:30

Аталыҡ капиталы булырмы?

Халыҡ был аҡсаны торлаҡ һатып алыу йәки төҙөлөш йә иһә йортто төҙөкләндереү, балаларҙың юғары профессиналь белеме һәм автомобиль һатып алыу өсөн тотонор инек

Башҡортостанда икенсе йәки артабанғы балалары тыуған йә иһә уллыҡҡа алған ғаиләләргә әсәлек капиталы бирелә. Ә хәҙер өсөнсө бала тыуғас аталыҡ капиталын да индерергә йыйыналар.
БР Йәмәғәт палатаһы проект тураһында фекер алышыу ойоштора. Проектты йыл аҙағына тиклем тикшереү һәм ҡарарҙы Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ебәреү күҙаллана.
Аталыҡ капиталы әсәлек капиталын тулыландыра. Төп шарт – бөтә балалар ҙа бер ғаиләлә тыуырға һәм тәрбиәләнергә, ә ата-әсә рәсми теркәлгән никахта торорға тейеш.
Башланғысты РФ Йәмәғәт палатаһының Ғаиләгә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам күрһәтеү комиссияһы рәйесе урынбаҫары Сергей Рыбальченко тәҡдим иткән. Закон проекты демографик хәлде яҡшыртыуға һәм күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә матди ярҙам биреүгә йүнәлтелгән. Яңы түләү 2020 йылдан ғәмәлгә инер тип күҙаллана. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ойошторған һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, рәсәйҙәр был аҡсаны торлаҡ һатып алыу йәки төҙөлөш йә иһә йортто төҙөкләндереү, балаларҙың юғары профессиналь белеме һәм автомобиль һатып алыу өсөн тотонор ине.
Ғаиләләрҙең күпселеге илдә федераль аталыҡ капиталын индереү тураһында идеяны хуплаған.
Читайте нас: