Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 11:00

Кәрәкле осрашыу

“Башҡортостандың иң яҡшы онкологы” исемен яулаған Гөлнур Ниғмәнова үҙәк мәҙәниәт йортонда Нуриман халҡы алдында “Рак ауырыуҙарына нисек ҡаршы торорға һәм һаулығыңды һаҡлап алып ҡалырға” исемле лекция менән сығыш яһаны

Ауырыуға дусар булған кешеләр үҙҙәрен төрлөсә тота: берәүҙәр бөтә көсөн туплап сиргә ҡаршы көрәш башлай, икенселәр, яҙмышына буйһоноп, төшөнкөлөккә бирелә.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ мәктәбе” проекты яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса мөһим эштәр алып бара. 2018 йылда “Башҡортостандың иң яҡшы онкологы” исемен яулаған Гөлнур Ниғмәнова үҙәк мәҙәниәт йортонда Нуриман халҡы алдында “Рак ауырыуҙарына нисек ҡаршы торорға һәм һаулығыңды һаҡлап алып ҡалырға” исемле лекция менән сығыш яһаны.
Табип онкологик ауырыуҙарға килтереүсе сәбәптәрҙе, был сирҙән ҡотолоу юлдарын ентекләп аңлатты. Әлбиттә, һәр бер кеше ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында даими рәүештә медицина тикшеренеүе үтеп торорға тейеш. Ваҡытында үтелгән флюрография, УЗИ, ЭКГ, төрлө анализдар тапшырыу процедуралары сирҙе профилактикалауҙың төп нигеҙе булып тора.
Нуриман үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса 2019 йылдың 14 ноябренә районда яман шеш ауырыуы диагнозы менән 276 кеше иҫәптә тора.Уларҙың 111 ирҙәр, 165 ҡатын - ҡыҙҙар. Ауырыуҙарҙың 92 –һенә операция эшләнгән.
Сир менән көрәшеүгә ҡарағанда, уны иҫкәртеү еңелерәк һанала.
Үҙебеҙҙең һаулығыбыҙға битараф булмаһаҡ ине!
Читайте нас: