Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 12:00

Тереләргә кәрәк һәйкәлдәр

Ике ауылда уҙған саралар

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын Благовещен районының Яңы Надеждин, Ильина Поляна ауылдары халҡы ҙур тарихи ваҡиғалар менән ҡаршылай.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Реаль эштәр"проекты, "Ҡала мөхите" программаһына ярашлы, ике ауылда һәйкәл һәм мемориал яңынан тергеҙелде.
Һәйкәлдәрҙең үлгәндәр өсөн түгел, ә тереләр өсөн кәрәклеген яҡшы аңлаған өлкәндәр, үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре Ильина Полянала Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалды реставрациялағандан һуң уны асыу тантанаһына йыйылды. Илде һаҡлап ҡалған атай - олатайҙарыбыҙ хаҡында хәтерҙең мәңге булыуын ауылдаштар үҙенең сығышында, балалар шиғыр юлдары аша күрһәтте.
Яңы Надеждин ауылы халҡы ла тергеҙелгән "Азат яугир " һәйкәлен асыу сараһына тулҡынланып та, шатланып та килде. Һәйкәл эргәһенә барыр өсөн плитәнән юлдар һалынған, тирә - яҡта яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Ауылдаштар яҙҙан ағастар ултыртып, баҡсаны йәмләндереп ебәрергә лә уйлай.Көслө рухлы,батыр, ҡаһарман яҡташтарын иҫкә алған ауыл халҡы, ҡунаҡтар, мәктәп уҡыусылары бер минутҡа тын ҡалды, һәйкәлгә сәскәләр ҙә һалды.
Һуғыш ветерандары иҫтәлегенә оло хөрмәт күрһәткән благовещендар тап ошо төҙөкләндерелгән майҙандарҙа уҙған Еңеү байрамы - 9 майҙағы митингҡа ла йыйылып, барса һалдат, тыл хеҙмәтсәндәрен иҫкә алыр.
Читайте нас: