Йәйғор
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 13:30

Айырыуса һаҡ булырға кәрәк

Иң ҡурҡыныс ризыҡтар рәтендә – йомортҡа, тауыҡ ите һәм ...

Белгестәр фекеренсә, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек менән айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Уяу булыу, ағыуланыуҙан ҡотолорға ярҙам итер.
Диетологтар әйтеүенсә, йомортҡаны йыуырға ярамай һәм һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Шулай уҡ составында йомортҡа булған, майонез йәиһә башҡа соус ингән аш-һыуҙы өҫтәлдә ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә. Йыш ҡына ағыуланыуға балыҡ һәм диңгеҙ продукттары ла килтерә. Уларҙы санитар нормаларға тура килә торған тикшерелгән урындарҙан һатып алыу хәүефһеҙерәк. Бынан тыш, бешеп бөтмәгән тауыҡ итен ашарға ярамай: сальмонелл һәм стафилококтар арҡаһында, был итте һәр ваҡыт яҡшылап бешерергә кәрәк. Еләк-емеш һәм йәшелсәне һәр ваҡыт яҡшылап йыуып ашарға онотмағыҙ.
Читайте нас: