Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 13:05

Буласаҡ химиктар - "Ағиҙел" дә

Эш тәжрибәһенә кәрәк булыр

Благовещен ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжы студенттары "Ағиҙел" заводының етештереү линияһын барып күреү бәхетенә иреште.Заводтың баш технологы Ренат Кашапов буласаҡ химиктарға заводта базальт тау тоҡомдары ташы нигеҙендәге Басвул таш мамығын етештереү технологияһын күрһәтте. Техник тикшереү бүлеге начальнигы Екатерина Дробышева студенттарҙы лабораторияға саҡырҙы. Уның һөйләүенә ҡарағанда,йортто йылытыр өсөн ҡулланылған был сифатлы базальт йылытҡыс аша тауыш ишетелмәй. Ул йылыны ла тота, уттан да һаҡлай икән. Завод белгестәре үҙҙәре етештергән продукцияның экологик яҡтан сифатлы, хәүефһеҙ булыу - булмауы тураһындағы студенттарҙың һорауҙарына тулы яуап та бирҙе. Химия өлкәһен ныҡлап өйрәнгән студенттарға был эшлекле осрашыу бик урынлы булды. Киләсәктә, бәлки колледжды тамамлаған йәш белгестәр бында эшкә килер.
Читайте нас: