Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 18:30

Иглин музейы - еңеүсе

Иглин районы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы «Минең музейым» республика конкурсында беренсе урын алды.

Иглин районы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы «Минең музейым» республика конкурсында еңеү яуланы. Бәйге Башҡортостан Республикаһы милли әҙәбиәт музейы тарафынан ойошторолдо. Конкурстың маҡсаты – музейҙарҙың эшен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм практикаға инновацион асыштарҙы индереү. Иглин музейы«Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған сара» номинацияһында ҡатнашты. «...Мәңгелеккә килер шул яҙ өсөн» тип аталған проект шағир-фронтовиктың быуатлыҡ юбилейына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығына арналды. Проекттың авторы – музей директоры Айгөл Тимербаева.
Читайте нас: