Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 15:30

Математиканан ҡағиҙә аңлатырға тырышҡан

Йөрәгем йыш тибергә тотондо, тын етмәй башланы...

Һеҙ балаларығыҙ менән мәктәптә бирелгән өй эштәрен бергәләп эшләйһегеҙме? Нисек үтә ул ваҡыт – тынысмы, әллә киреһенсә шау-шоу менәнме?
Бына Ҡытайҙа бер әсә балаһына математиканан өйгә эште аңлатҡанда инфаркт кисергән. 36 йәшлек ҡатын 3-сө класта уҡыған балаһына математиканан ҡағиҙә аңлатырға тырышҡан. Әммә улы аңламағас, уның хәле ҡырҡа насарайған. «Ныҡ асыуым ҡабарҙы, шатлармын, тип уйлағайным. Йөрәгем йыш тибергә тотондо, тын етмәй башланы», – тип белдергән ул.
Был хәлде Asia One интернет сығанағы яҙған.
Читайте нас: