Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 10:25

Мәктәптең сираттағы лауреаты

Еңеүсе ҡыҙҙар

Благовещен ҡалаһының сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Магнитогорск ҡалаһының консерваторияһында уҙған "Урал кубогы - 2019" халыҡ инструменттарында уйнаусыларҙың икенсе Бөтә донъя конкурсында ҡатнашты.Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстан, Белоруссиянан килгән 200 ҡатнашыусы араһында беҙҙең ҡаланан Амелия һәм Эвелина Рәжәповалар ҙа бар ине. Ҡыҙҙар үҙ йәше категорияһына ярашлы аккордеон буйынса секцияла 2- се дәрәжә лауреат исемен яулауға өлгәште. Ил кимәлендәге еңеү Благовещен балалар сәнғәт мәктәбенең еңеүҙәр тупланмаһын тағы ла бер лауреат исеме менән тулыландырҙы.
Читайте нас: