Беҙ һәр саҡ бер - беребеҙгә тыныс тормош, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Был теләктәребеҙҙең тормошҡа ашыуы хоҡуҡ, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эшмәкәрлеге менән дә бәйләнгән.
Нуриман районы администрацияһында хоҡуҡ боҙоуҙарға, енәйәтселеккә һәм наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияларының ултырышы үтте.
Кәңәшмәлә түбәндәге мәсьәләләр күтәрелде:
- Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, наркоманияны,токсикоманияны, ВИЧ инфекцияһын иҫкәртеү буйынса район мәҙәниәт учреждениеларының эшмәкәрлеге;
- Уҡыусыларға социаль – психологик (тест һорауҙарына яуап биреү) һәм медицина тикшереүҙәре үткәреү.
Ултырыш барышында Ҡыҙылъяр һәм Павловка ауыл биләмәләрендә
криминаль ситуацияның торошо тикшерелде, спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ етештереүселәргә ҡаршы көрәш һәм легаль булмаған алкоголь эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу саралары ҡаралды. Шулай уҡ уҡыусылар, йәштәр араһында патриотик тәрбиә биреү эштәрен әүҙемләштереү хаҡында етди һөйләшеү булды.
Ултырышты район администрацияһы башлығы А.Р. Носратуллин алып
Кәңәшмәлә район прокуроры вазифаһын башҡарыусы К.О.Алексеев һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.