Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 10:55

Спорт яратҡан Ләйсән

Мәктәп данын яҡлап

Благовещен ҡалаһының 5 - се мәктәп уҡыусыһы Ләйсән Сабирова Өфөлә 10 - 11 класс уҡыусылары араһында уҙған физик культура буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашты.
Башҡорт физик культура институтында уҙған олимпиадаға спортҡа ғашиҡ ҡыҙ физкультура уҡытыусыһы Зилә Сираева менән килде. Талапсан, тәжрибәле Зилә Нәфис ҡыҙының һәләтле уҡыусыһы булған Ләйсән Сабирова олимпиада шарттарын, бөтә төр ҡатмарлы һынауҙарҙы теүәл үтәп, республикалағы тиҫтерҙәре араһында 3 - сө урын яуланы.
Үҙ эшен яратып, күп йылдар тырышып башҡарған уҡытыусы менән сыҙам, яуаплы уҡыусының еңеүе барыһы өсөн дә оло ҡыуаныс.
Читайте нас: