Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 11:30

Ветерандарға һәр саҡ иғтибар

Йәнле әңгәмә ҡороп

"Еңеү ирекмәне" хәрәкәтенең Благовещендағы бүлексәһе, райондың ветерандар советы мәҙәниәт,спорт, йәштәр сәйәсәте бүлеге менән берлектә Благовещендағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының йорттарына барып, уларҙың хәлен белеште.
Бөгөнгө көндә иҫән - һау булған ете ветеран - Петр Гаврилов, Фәрит Гәрәев, Николай Калентьев,Илья Кислицын, Андрей Коврижин,Аркадий Семенов,Тимерйән Шәһиевтарҙың барыһы ла 90 йәште уҙған, балаларының, яҡындарының ҡәҙер - хөрмәтендә матур ғүмер кисерә. Улар эргәһенә килгән ҡунаҡтар йәнле әңгәмә ҡорҙо, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Ветерандар алыҫ һуғыш йылдарындағы иҫтәлектәргә бирелде, уҙған яу юлдары тураһында ла һөйләне. Яҙмышына бер ҙә зарланмаған, оло тормош мәктәбе уҙған өлкәндәр бар нәмәнән дә ҡәнәғәт.
Читайте нас: