Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 11:20

Республикала өсөнсөләр

Благовещен командаһы һынатманы

Өфөләге Башҡортостан Республикаһының спортҡа әҙерлек үҙәгендә мөмкинселектәре яғынан сикле кешеләр өсөн фестиваль уҙҙы.
Бөтә донъя инвалидтары көнөнә арналған был әһәмиәтле сарала Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Благовещен бүлексәһенән 5 кешенән торған команда ҡатнашты.Ҡаланың үҫмер балалар спорт мәктәбендә Анатолий Килюшев етәкселегендә спорттың көс талап иткән төрө - пауэрлифтинг, штанганы ике ҡул менән күтәреп, даими шөғөлләнгән инвалид спортсылар фестивалдә яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Был ярышта 1- се урын алһа, ә өҫтәл теннисында 3 - сө урын яуланы.8 спорт төрҙәрен ентекле үтәгән Благовещен командаһы дөйөм һөҙөмтәләрҙән һуң республика кимәлендә 3 - сө урынға сыҡты.
"Тырыштарға уңыш йылмая" тигәндәй, мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙы берҙәмлек, таҫыллыҡ, ныҡышмаллылыҡ берләштерә.
Читайте нас: