Ошо көндәрҙә ойошманың беренсе йыйылышы үтте, биш кешенән торған совет булдырылды. Урындағы милли-мәҙәни автономия етәксеһе итеп Рәзилә Әхмәҙуллина һайланды.
19 ноябрҙә Р. Әхмәҙуллина, Л. Әбүбәкирова, А. Сатаевтарҙан торған делегация төбәк милли-мәҙәни автономия кәңәшмәһендә булып ҡайтты. Сара «Нур» Өфө дәүләт татар театрында үтте.
Кәңәшмә барышында йәмәғәт ойошмаһының эшенә йомғаҡ яһалды һәм 2020 йылға эш планы ҡабул ителде.