Йәйғор
+5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 19:00

Уҡыусылар йыйыны

9 – 11 класы уҡыусылары өсөн халыҡ – ара толерантлыҡ көнөнә арналған кисә үтте

Башҡортостан үҙенең территорияһында бик күп милләт вәкилдәренең үҙ - ара татыу, бер - береһе менән һыйышып йәшәүҙәре менән үҙенсәлекле.
Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә йыш яңғыраған “толерантлыҡ” төшөнсәһенең нигеҙендә башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтенә, теленә, ғөрөф – ғәҙәттәренә ихтирам менән ҡарау ҙа ята. Икенсе төрлө әйткәндә, толерантлыҡ – башҡа төр ҡараштарға түҙемлек, сабырлыҡ менән ҡарау, ҡабул итеү. Тик был төшөнсә социаль ғәҙелһеҙлеккә лә түҙеп торорға кәрәк икәнлекте аңлатмай.
Нуриман районы үҙәк мәҙәниәт йортонда Красная Горка, Ҡыҙыл Шишмә урта дөйөм белем биреү мәктәптәренең һәм Байгилде ауыл лицейының 9 – 11 класы уҡыусылары өсөн халыҡ – ара толерантлыҡ көнөнә арналған кисә үтте. Уҡытыусылар ярҙамы менән ойошторолған фекер алышыу майҙансыҡтарында уйын формаһында толерантлыҡ тураһында һөйләшеү барҙы.
Был осрашыуҙың тағы бер ыңғай яғы – уҡыусыларҙың үҙ – ара аралашыуы, бер – береһе менән танышыуы.
Читайте нас: