Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 11:00

Уйланырға урын бар

Нуриман үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, районда 5818 кешегә грипҡа ҡаршы вакцинация эшләнгән

Һалҡындар етеү менән телевизор экрандарынан рекламаланған препараттарҙан ялҡып бөтәһең. Уларҙың хатта атамаларын да иҫтә ҡалдырып бөтөрөрлөк түгел.
Нуриман үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, районда 5818 кешегә грипҡа ҡаршы вакцинация эшләнгән. Дауаханаларға заман талаптарына яуап биргән, хәүефһеҙ дүрт валентлы вакциналар ҡайтарылған. Был препараттар алдағы эпидсезонда көтөлгән бөтә грипп төрҙәренән дә ҡотолорға ярҙам итәсәк. Үҙәк дауахана администрацияһы район халҡын йәшәгән урындарында грипҡа ҡаршы прививка үтергә саҡыра.
Хәҙерге ваҡытта дарыуҙарҙың ҡыйбат тороуын иҫәпкә алғанда, уйланырға урын бар.
Читайте нас: