Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 11:10

Владимир Путин түләүле юлды аса

700 саҡрымлыҡ түләүле юлды ай аҙағында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәү менән Санкт-Петербург араһындағы М-11 түләүле трассаһын асыу тантанаһында ҡатнаша, тип хәбәр итә Башҡортостан.
Президенттың тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов әйтеүенсә, 700 саҡрымлыҡ түләүле юлды ай аҙағында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. М-11 Мәскәү-Петербург автомобиль юлы МКАД-тан башланып Санкт-Петербург тирәләй һалынған Ҡулса автомобиль юлына барып тоташа. “Автодор” башлығы Вячеслав Петушенко, М-11 трассаһынан йөрөү хаҡы яҡынса ике мең һумға төшәсәк, тип белдерҙе.
Читайте нас: