Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 13:05

Мөһим форум делегаты

Башҡортостан делегацияһында - Андрей Караваев

22 - 23 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә 18 кешенән торған делегация Мәскәүҙә уҙған "Берҙәм Рәсәй" партияһының XlX съезында ҡатнашты.
Партия форумына барған делегаттар араһында Благовещен районының Иҫке Надеждин ауыл биләмәһе ауыл хакимиәте башлығы Андрей Караваев та бар ине.
- Әһәмиәтле форум эшендә ҡатнашып, күпме яңылыҡ белдем, алдағы көндәрҙә аралашырҙай яңы таныштар таптым. Ә иң иҫтәлеклеһе - илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙе күрҙем, - тип һөйләне йәш, алдынғы ҡарашлы етәксе.
Уҙған съезда быйылғы эштәргә йомғаҡ яһалды, киләһе йылда хәл ителәсәктәренә тейешле бурыстар ҡуйылды.
Читайте нас: