Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 11:20

"Дуҫлыҡ" - беренсе

Татар моңон таратҡан ансамбль

Татар моңон, татар телен тамашасыға еткерергә тырышҡан, һәр концертта, конкурс - фестивалдә теләп ҡатнашҡан "Дуҫлыҡ" татар йыр ансамбле халыҡ араһында бик популяр.
Әле яңыраҡ ансамбль ағзалары етәкселәре Әминә Рәмзил ҡыҙы Мостафина менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған республика конкурсында ҡатнашты. Күп жанрлы "Беҙ дуҫлыҡ планетаһында" тигән конкурс татар халыҡ йырын пропагандалау, талантлы башҡарыусыларҙы, ансамблдәрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторолғайны. Конкурста халыҡ йырҙарын юғары кимәлдә башҡарған "Дуҫлыҡ"тар 1 - се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: