Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 17:00

Иглин ғаиләһе – шахмат буйынса республикала икенсе

Эмиль, Камил, Адель, Жизель Йосоповтар тиҙ шахмат буйынса төбәк беренселегендә икенсе урын алдылар

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында шахмат буйынса «Буласаҡ чемпиондар лигаһы» үтте. Турнирҙа бөтәһе 94 команда ҡатнашты, дөйөм ҡатнашыусылар һаны - 376.
Иглин районы данын район үҙәгендәге Данис Тикеев исемендәге 4-се һанлы мәктәп уҡыусылары – бер туған Йосоповтар яҡланы. Эмиль, Камил, Адель, Жизель составындағы команда тиҙ шахмат беренселегендә 2-се урын яуланы. Балаларҙы шахмат серҙәренә аталары өйрәтә. Әлеге ваҡытта ҡыҙҙар һәм малайҙар 4-се мәктәптең шахмат буйынса тренеры Рәйлә Хөсәйеновала шөғөлләнәләр.
Читайте нас: