Бөтә Рәсәй самбо көнөндә 2006 - 2007 йылғы ҡыҙҙар һәм егеттәр Стәрлетамаҡта уҙған самбо ярыштарында ҡатнашты.
Өс көрәш балаҫында көс һынашҡан 200 самбосылар араһында Благовещен ҡалаһының үҫмер балалар спорт мәктәбенең ҡул һуғышы бүлеге тәрбиәләнеүсеһе Любовь Боброва призлы 3 - сө урын яуланы.
Юғарыла телгә алынған мәктәп базаһында киокусинкай буйынса республика беренселеге уҙҙы.
Республиканың, хатта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Благовещенға йыйылған 246 спортсы араһында беҙҙең спорт мәктәбе командаһы дөйөм иҫәптә 80 балл йыйҙы. Тренерҙар Роберт Заманов, Дмитрий Мошниндың көслө рухлы, тырыш, алға ынтылышлы тәрбиәләнеүселәре ярыш барышында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Улар 7 - беренсе, 9 - икенсе, 7 - өсөнсө урындар алды.
Балаларҙың да, өлкәндәрҙен дә тырышлығы бушҡа китмәне. Улар тыуған мәктәбенең исемен йәнә республика кимәленә күтәрҙе.