Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 17:00

Сағыу сара

​Бала күңеленә һалынған мәрхәмәтлелек, кешелеклелек тойғолары ҡайсан да булһа үҙ емешен бирәсәк

Нуриман Балалар сәнғәт мәктәбендә Әсәйҙәр һәм Халыҡ - ара инвалидтар көндәренә арналған сара үтте.​Бейеүселәр, ҡалаҡ менән уйнаусылар, баянсылар, шиғыр һөйләүселәр саҡырылған ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Саруа һәм Яңы Күл ауылдарынан килгән үҙенсәлекле балаларҙың концерт номерҙары ла күңелдәрҙә яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы.​Сара һуңында кескәйҙәр әсәләренә үҙҙәре эшләгән открыткаларын бүләк итте, ә мәктәп етәкселеге балаларҙы төрлө тәмлекәстәр менән һыйланы.
Читайте нас: