Благовещен ҡалаһының А. Я. Першин исемендәге 4 - се мәктәптә ҡыйыуһыҙ ғына мәктәп ишеген тәүге тапҡыр асып ингән беренселәргә бағышлау тантанаһы үткәрелде.Мәктәп директорынан алып уҡыусыға тиклем был сараға барыһы ла етди әҙерләнгән. Ни тиһәң дә, беренселәр күңелендә ҡалырҙай иҫтәлекле көн бит әле ул. Әкиәт геройҙарының сығышы шәп булған тантанала уйын - көлкө, йыр - бейеү гөрләп торҙо. Үҙҙәрен ысын мәктәп уҡыусыһы итеп тойған малай - ҡыҙҙар матур бүләктәр алып ҡыуанды.Белем иленә ҡабул ителгән балаларға мауыҡтырғыс, шатлыҡ - ҡыуаныстарға бай уҡыу йылы тик "4"- ле, "5"-ләр алып килһен.