Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 15:00

Ни сәсһәң, шуны урырһың...

Башҡорт дәүләт аграр университетында мәктәп уҡыусылары араһында ауыл хужалығы буйынса икенсе республика олимпиадаһы үтте

Халҡыбыҙҙа “Ни сәсһәң, шуны урырһың” тигән бик тапҡыр мәҡәл йәшәп килә. Уның тура мәғәнәһе ауыл хужалығы эштәренә бәйле булһа ла, бөтә уҡытыу - тәрбиә процессына ла ҡағыла.
Башҡорт дәүләт аграр университетында мәктәп уҡыусылары араһында ауыл хужалығы буйынса икенсе республика олимпиадаһы үтте. Сарала Башҡортостан һәм Силәбе мәктәптәренән 300 уҡыусы ҡатнашты. Бәйгенең тәүге көнөндә конкурсанттар теоретик белем кимәлен күрһәтһә, икенсе көн практик эштәргә бағышланды.
Уҡыусыларҙың белем кимәлен асыҡлау 4 йүнәлеш буйынса алып барылды:
- Үҫемселек;
- Малсылыҡ;
- Ауыл хужалығын механизациялау;
- Экономика.
Нуриман данын Байгилде ауыл лицейы командаһы яҡланы һәм һынатманы.
“Үҫемселек” йүнәлеше буйынса 8 - 9 кластар араһында Азалия Ғабдрахманова II, Аделина Рианова менән Диана Закирова III дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.10 - 11 кластар араһында Камилла һәм Гүзәлиә Низаметдиновалар 3-сө урынға сыҡты.
“Малсылыҡ” номинацияһында 8 – 9 кластар араһында Карина Ғәбиҙуллина – 1-се, Ксения Семенова – 2 - се, Айнур Шафиҡов – 3-сө урындарҙы яуланы.
“Ауыл хужалығын механизациялау” йүнәлеше буйынса 8 - 9 кластар араһында Азамат Тимергазин - III, 10 - 11 кластар араһында Даниил Булатов II дәрәжәле Диплом менән бүләкләнде.
“Экономика” номинацияһында Аида Сәлимова 3-сө урынға сыҡты.
“Агроспецтехника” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” призына лицей уҡыусыларынан Реналь Ғиләжев һәм Анастасия Пономарева лайыҡ булды.
Бер олимпиадала күпме еңеү! Әлбиттә, был уңыштарҙа технология уҡытыусылары Л. М. Әхтәмйәнованың, Р. М. Шамуҡаеваның, Д. Н. Разетдинованың, Ф. Й. Рәхмәтуллиндың ролдәре баһалап бөткөһөҙ.
Байгилде лицейы ауыл хужалығы өсөн лайыҡлы алмашсылар тәрбиәләй.
Читайте нас: