Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 18:00

"Ҡаҙ өмәһе" - муллыҡ байрамы

Благовещен районының Покровка ауыл клубындағы "Мираҫ" башҡорт милли - мәҙәни үҙәге етәксеһе булған Тәнзилә Искәндәрова һәр яҡлап та халҡыбыҙҙың йыр моңон, ғөрөф - ғәҙәттәрен, ҡул эштәрен иғтибарлап, ныҡлап өйрәнгән апай

Үҙе милли кейемдәр теккән, ҡамырҙан ҡурсаҡ яһаған, ауылында тарихи музей эшен йәнләндергән Тәнзилә Зиннәт ҡыҙы милли байрамдар ойоштороуға ла әүәҫ.
Әле яңыраҡ Ғафури районының Еҙем Ҡаран ауылында йәшәгән туғандарына барып, Дамир һәм Динера Биктимировтар уҙғарған "Ҡаҙ өмәһе" ндә ҡатнашҡан. Киләһе йылға тырыш апайыбыҙ үҙе лә ҡаҙ үҫтереп, тыуған Ғафури ерендә күреп ҡайтҡандарының барыһын да үҙе үткәрәсәк байрамда ҡулланырға ниәтләй.
Эшкә уңған, алдына ҡуйған маҡсатына ирешеүсән был сая ҡатындың теләктәре тормошҡа ашһын тип юрайыҡ.
Читайте нас: