Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 19:00

Республикала матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды

1,5 меңдән ашыу күңел асыу, сәйәси-иҡтисади, ғилми, балалар өсөн гәзит-журналдарға хаҡ 40 процентҡа тиклем кәметелә

Һөйөнсө!!!! Башҡортостанда матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды. 12 декабргә тиклем республикала йәшәүселәрҙең, шулай уҡ предприятие-ойошмаларҙың баҫма матбуғатҡа 40 % тиклем ташлама алыу мөмкинлеге бар.
Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһы Рәсәй почтаһының барлыҡ бүлексәләрендә, podpiska.pochta.ru сайтында ойошторола.
Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий әйтеүенсә, ,5 меңдән ашыу күңел асыу, сәйәси-иҡтисади, ғилми, балалар өсөн гәзит-журналдарға хаҡ 40 процентҡа тиклем кәметелә. Шулай уҡ үҙәк һәм республика киң мәғлүмәт сараларын таратыуға ла өҫтәмә ташлама яһала.
Бынан тыш, Рәсәйҙең Элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағындағы Төбәк баҫма киң мәғлүмәт саралары буйынса эксперт советы менән килешелгән баҫмаларҙы таратыуға льготалар күләме һәм ғәмәлдә булыу шарттары һаҡлана. Рәсәй почтаһы каталогы буйынса — 25 процент, шулай уҡ альтернатив яҙылыу агентлыҡтары аша 20 процент күләмендә ташлама алырға була. Исемлектә Башҡортостанда баҫылған барлыҡ республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары бар.
Читайте нас: