Һәр бер байрамдың үҙенә генә хас атрибутикаһы һәм символикаһы була. Әйтәйек, ҡатын - ҡыҙҙар көнө матур сәскәләр гөлләмәһе менән бәйле булһа, Еңеү көнө “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте, хәрби парад, орден - миҙалдар менән күҙ алдына баҫа. Һәр бер байрамдың үҙ йыры була.
Нуриман район администрацияһының йәштәр эше, физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты йәш ғаиләләр араһында “Ихаталағы ҡышҡы әкиәт” исемле конкурс иғлан итте. Сара 1 декабрҙән 25 декабргә тиклем үтәсәк.
Был матур бәйгенең маҡсаты – район халҡында байрам кәйефе тыуҙырыу. Конкурс талаптары төрлө яҡлап уйланылған. Баһалама ағзалары түбәндәге критерийҙар буйынса еңеүселәрҙе билдәләйәсәк:
- Яңы йыл атрибутикаһының һәм символдарының булыуы;
- Эстетик зауыҡ менән биҙәлгән Яңы йыл шыршыһы;
- Яҡтыртҡыс элементтар, байрам иллюминациялары;
- Скульптура композициялары, боҙҙан һәм ҡарҙан эшләнгән әкиәт геройҙары, һырғалаҡтар, һ.б.
- Ихаталарҙың таҙалығы, санитар хәле.
Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң, алдағы йыл да шулай үтер, тиҙәр бит, шуға күрә йәш ғаиләләләр һынатмаҫ, ихата алдары балҡып торор, тигән өмөттә ҡалабыҙ.