Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 19:15

Экскурсияға - заводҡа

Тыуған завод ишектәрен асты

Благовещен арматура заводы етәкселеге үҙ эшсәндәренең туғандары, балалары өсөн өс айға бер тапҡыр даими экскурсиялар ойоштора башланы.
Заводҡа күмәкләшеп йыйылып килгән ҡунаҡтарҙы ветерандар советы рәйесе Ким Мирғәли улы Мирғаязов оҙатып йөрөнө. Ул заводтың төҙөлөү тарихы, етештерелгән продукция, күп йылдар бында эшләп килгән ғаилә династиялары менән таныштырҙы. Ололар һәм балалар бай тарихлы завод музейын, техник үҫеш дирекцияһын, берләштергән механик йыйыу цехын һәм әҙер продукция келәтен ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡты. Хәүефһеҙлек техникаһын үтәгән балаларға ата - әсәһе эшләгән цехтарға инеп, етештереү процессында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Читайте нас: