Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 16:00

Эшкә урынлашырға була

Колледжда уҙған осрашыу

Благовещен ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледж директоры Вячеслав Геннадьевич Шадрин студенттары менән берлектә "Буринтех" фәнни - етештереү предприятиеһынан килгән вәкил менән осрашты.
Был яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең персонал буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Ольга Пигина сығарылыш студенттарын нефть сервисын етештереүҙең юғары технологиялары менән таныштырҙы. Ольга Евгеньевна егет - ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Теләгәндәргә бында килеп практика үтеп, артабан эшкә урынлашыу мөмкинлеген дә ул аңлатты.
Ике яҡ өсөн дә файҙалы, кәрәкле осрашыу бер тында уҙҙы.
Читайте нас: