Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 16:30

Ябай ҡатын да, эшлекле етәксе лә

Гүзәл заттың иң уңғаны

Республиканың иң уңған, эшлекле, үҙ - үҙенә талапсан 15 ҡатын - ҡыҙы Өфөлә уҙған XXIII "Ҡатын - ҡыҙ йыл директоры - 2019" конкурсында ҡатнашты.
Мәғариф, медицина, йәмәғәт туҡланыуы, сауҙа, халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшләгән етәксе ҡатын - ҡыҙҙар араһында Благовещен ҡалаһынан да вәкил бар ине. Байтаҡ йылдар ҡаланың 14 - се "Ҡарағай" балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән Оксана Фролова жюри ағзаларының иғтибарына үҙ эшенең нескәлеген, мөһимлеген, кәрәклеген дәлилләп, видеоға төшөрөлгән яҙмалар, төрлө фотоһүрәттәр тәҡдим итте.
Республикала киң билдәлелек яулаған конкурстың "Йөрәгемде балаларға бирәм" тигән номинацияһына лайыҡ Оксана Владимировнаны ихлас тәбрикләйем. Алда ла уның ниәтләгән бар эштәре уңышлы булһын.
Читайте нас: