Инна Рөстәмовна дауаханалағы кисектергеһеҙ беренсе медицина ярҙамы күрһәтелеүен, регистратураның, онкологтың, участка терапевының ауырыуҙарҙы нисек итеп ҡабул итеүен, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙҙарға ҡағыҙҙы дөрөҫ биреүҙе, диспансеризацияның нисек ойошторолоуын тикшерҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡан баш ҡала ҡунағы уларға "Беренсе медицина - санитар ярҙамын күрһәтеүҙәге медицина ойошмаһының яңы моделе" проектын тормошҡа ашырыу юлдарын аңлатып, кәңәштәр бирҙе.