Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 20:30

Хуш киләһең, Яңы йыл

Декабрь айының башы ғына булыуына ҡарамаҫтан, кешеләрҙең күңеле күтәренке, йөҙҙәрендә яңы йыл кәйефе һиҙелә

Ауылдарҙа был байрамды үткәреү буйынса әҙерлек эштәре бара.Нуриман районы администрацияһы ҡарарына ярашлы, мәҙәниәт идаралығы киң күләмле байрам саралары үткәрергә йыйына.​Планға ярашлы, 24 декабрҙә үҙенсәлекле балалар өсөн Яңы йыл уйын - тамашаһы үткәреләсәк. 25 декабрҙә иртәнге сәғәт 10 - да район үҙәк мәҙәниәт йорто физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәрҙе ҡабул итә. Етем, ата - әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 14 йәшкәсә балаларҙы һәм приютта тәрбиәләнгәндәрҙе Яңы йыл менән ҡотлау сәғәт 3 - кә билдәләнгән. 26 декабрҙә уҡыу алдынғылары, төрлө предмет олимпиадалары еңеүселәре, ҙур уңыштарға өлгәшкән спортсмендар, үҙешмәкәр фестивалдәр лауреаттары, үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн күңелле тамаша буласаҡ. Ошо уҡ көндә хаҡлы ялдағылар өсөн бал - маскарад үтәсәк. 30 - ында “Ҡыш бабайҙа ҡунаҡта” исемле әкиәт геройҙарының парады буласаҡ һәм йәрминкәләр үҙ эшен башлаясаҡ.​Хуш киләһең, Яңы йыл!
Читайте нас: