Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 19:00

Музейға рәхим ит!

Ҡаланың тарихи үткәне

Благовещендағы ҡаланың тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейында 2015 йылда асылған "Благовещен арматура заводының тарихы һәм үҫеше" тигән зал әүҙем эшләй.
9 стендта, 4 витринала заводҡа нигеҙ һалынған осор, етештереүҙең үҫеш йылдары, заводсыларҙың йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошо сағылыш тапҡан. "XX быуат башында еҙ иретеү цехы" диорамаһы ла экскурсияларға килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
Залдарҙағы күп экспонаттар аша ҡаланың үткәне, ундағы завод - фабрикаларҙың эшмәкәрлеге, һуғыш геройҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр хеҙмәтен асыҡ күрергә була.
Музей ишектәре һәр кеше өсөн асыҡ. Теләгәндәр ҡала тарихын үҙ күҙҙәре менән килеп күрә ала.
Читайте нас: