Киләһе йылдың июль айында нуримандар ер шарының төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылаясаҡ. Халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф - ғәҙәттәре, йырҙары, бейеүҙәре, уйындары, милли аштары һәм кейемдәре менән ҡыҙыҡһынған фольклор белгестәре алдында районыбыҙ халҡы һынатмаҫ, байрамды юғары кимәлдә үткәрер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.