Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 15:45

Хәтерҙе нығытҡан уйын

Шахмат уйнағандарға - асыҡ зиһен

Тарихы алыҫ быуаттарға тоташҡан шахмат уйыны бөгөнгө компьютер,гаджеттар донъяһында ла үҙенең популярлығын юғалтмай.
Кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә ярҙам иткән шахмат уйыны менән Благовещен арматура заводы эшселәре лә әүҙем шөғөлләнә. Яңыраҡ уҙған завод спартакиадаһындағы шахмат турниры ла быны асыҡ күрһәтте.4 кешенән торған 5 команда араһындағы уйын уйлау һәләтен үҫтергән, камил аҡыллы эшселәр араһында көсөргәнешле барҙы. Заводтың тимер пресслау, берләштерелгән механик йыйыу цехтары икенсе - өсөнсө урын алһа, ә ҡорос иретеү цехы спортсылары беренселәр рәтенә сыҡты.Ир - егеттәрҙән ҡатын - ҡыҙҙар ҙа ҡалышманы.Татьяна Белова,Рүзилә Сәғәҙиева ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.
Зирәктәр уйыны - шахматҡа ғашиҡтар берҙәм, дуҫ икәнлеген йәнә иҫбатланы.
Читайте нас: