Йәйғор
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 11:45

Шиғриәт байрамы

​Үҫмер саҡта кемдәр генә ғашиҡ булмаған да, кемдәр генә шиғыр яҙып ҡарамаған!

Ғөмүмән, шиғриәт - күңел торошо ул.
​Зиннур Нәсибуллин исемендәге “Әҙәбиәт - халыҡтар дуҫлығы нигеҙе” исемле шиғриәт бәйгеһе быйыл етенсе тапҡыр үткәрелде. Унда Яңы Күл, Иҫке Күл, Ҡыҙыл Шишмә, Павловка, Яңы Субай урта дөйөм белем биреү мәктәптәренән илленән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
​Сәхнәнән Зиннур Нәсибуллин, Мостай Кәрим, Нуриман районынан сыҡҡан башҡа яҡташ шағирҙарҙың әҫәрҙәре, уҡыусыларҙың үҙҙәренең дә шиғри өлгөләре яңғыраны.
​Күренекле шағирә, драматург Хәлисә Мөҙәрисова, Байгилде ауыл лицейы директоры Салауат Исмәғилев, Яңы Субай урта мәктәбе уҡытыусыһы, шағирә Миләүшә Ғилманова составындағы баһалама комиссияһы еңеүҙе Иҫке Күл мәктәбе уҡыусыһы Гүзәлиә Мырҙағоловаға бирҙе.
Читайте нас: